Йәй генә түгел, иң ҡурҡыныс, хәүефле көндәр башлана. Айырыуса, балалар өсөн.
Һеҙ, әлбиттә, беләһегеҙ, йыл һайын Рәсәйҙә йөҙҙәрсә баланың күп ҡатлы йорттарҙан ҡолап, һәләк булыуы, имгәнеүе теркәлә. Үткән аҙнала ошондай фажиғә булды ла инде. Әлбиттә, тәҙрәләрҙе асып, һауаларҙы елләтке килә, ләкин эргәгеҙҙә әле ҡурҡыу тойғоһон белмәгән, һәр асыҡ ишеккә һәм тәҙрәгә ынтылған сабыйҙар барлығын онотмағыҙ!
Үкенескә ҡаршы, бындай осраҡтар Башҡортостан ҡалаларында ла хәҙер йыш теркәлә. Пластик тәҙрәләр матур, еңел асыла һәм ябыла, үтә күренмәле селтәрҙәр ҙә серәкәйҙәрҙән ныҡлы һаҡлай. Ләкин ҡайһы ваҡыт балаларҙың хәүефһеҙлеге хаҡында беҙ онотабыҙ.
Карантин талаптарын үтәһәк, йоғошло сирҙән ҡотололоу мөмкинлеге бар. Ә бына 9-сы йә 10-сы ҡаттан ҡолап төшөп барыусы сабыйҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу мөмкин түгел, тип әйтерлек.
Киҫәтелгән, тимәк, ҡоралланған.