Карантин талаптарын үтәү буйынса өҫтәлмә саралар ауыр түгел – һәр кеше үтәрлек. Улар 20 апрелдә иртәнге сәғәт 9-ҙа ғәмәлгә инә.
Йәмәғәт урынында һәм йәмәғәт транспортында (шул иҫәптән таксиҙа) кешеләр битлек һәм бирсәткә кейгән булырға тейеш.
Үҙҡамауҙан сығыуға рөхсәт ителә, әгәр финанс ойошмаһына барһаң һәм ҡулыңда раҫлаусы ҡағыҙ булһа.
20 апрелдең 9 сәғәтендә элек бирелгән бөтә рөхсәт ҡағыҙҙары ғәмәлдән сыға. Эш биреүселәр һеҙгә яңы документтар бирергә тейеш.
Үҙ транспортығыҙ менән аҙнаһына ике тапҡыр 90 минуттан да күп булмаған ваҡытҡа сығырға рөхсәт ителә. Бер тапҡыр баҡсаға барырға мөмкин.
Оператив штаб сит төбәктәрҙән ингән кешеләрҙе күҙәтеү өсөн изоляторға урынлаштыра ала.