+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель 2020, 14:25

ӘГӘР БЕҘ ҘӘ ПУТИН ҺЫМАҠ КҮНДӘМ БУЛҺАҠ...

Ер шарында коронавирус менән бәйле ваҡиғалар бөтәһен дә һаҡланырға мәжбүр итә. Сирләүселәр араһында төрлө ҡатлам вәкилдәре бар. Бөйөк Британия премьер-министры, ниһайәт, һауығып сыҡты. Ай самаһы элек Путинды оҙатып йөрөгән табип та сирҙән ҡотолоп, вазифаһын үтәй башланы. Өфө райондарының береһенең хакимиәт башлығы сирләй икән, тигән хәбәр күренеп ҡалды. Ә Мәскәү өлкәһенең Дүмаһы рәйесе урынбаҫары вафат булған. Хәҙер Рәсәй Президенты Владимир Путин кәңәшмәләрен видеоконференция форматында үткәрә. Уның эргәһенә эш менән килә торған кешене, тест үткәрмәйенсә, яҡын ебәрмәйҙәр. Дәүләт башлығы карантин һәм үҙҡамау талаптарынн теүәл үтәп, башҡаларға өлгө күрһәтә.

Әлегә Өфө урамдарына ҡарап, барыһы ла Путин һымаҡ тыңлаусан һәм күндәм, тип уйларға нигеҙ юҡ.
Һуңғы көндәрҙә генә талаптарҙы боҙған меңләп кешегә протокол төҙөлгән. Кем белә, бәлки уларҙың күбеһе эшһеҙ ҡалғандыр. Эше барҙың – ашы бар, тигән һымаҡ, кеше юҡтан ғына урамда йөрөмәҫ.
Бөгөн православныйҙарҙың иң ҙур дини байрамдарының береһе – пасха. Башҡа йылдарҙан айырмалы, ул быйыл сиркәүҙәргә йыйылған кешеләрһеҙ үтә.
24 апрелдә донъя мосолмандары Рамаҙан айына аяҡ баҫа. Ураҙа ғәйетенең май аҙағында үтерен иҫәпкә алһаҡ, беҙҙең байрамыбыҙ ҙа кешеләрһеҙ үтер һымаҡ.
Шулай итеп, беҙҙең бер генә юл ҡала – иҫән-һау ҡалайым тиһәң, карантин талаптарын теүәл итәргә кәрәк.
Читайте нас: