+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель 2020, 11:30

ЛУКАШЕНКО ҺАМАН ҠӘНӘҒӘТ ТҮГЕЛ.

Белоруссия президенты Александр Лукашенко үҙен коронавирус буйынса белгес сифатында аса башланы. Мәҫәлән, быйыл Рәсәй етештереүселәре коронавирусты билдәләү өсөн 30-лап илгә 400 меңдән ашыу тест системалары тапшырғайны. Шул иҫәптән, Белоруссияға ла 14 мең бирелгән. Александр Лукашенко Рәсәй тест системаларының сифатын тәнҡитләп сығыш яһаны.

Бында, әлбиттә, йоғошло сир менән бәйле Рәсәй-Белорус мөнәсәбәттәренең бөтөнләй артҡы планға күсеүен дә онотмаҫҡа кәрәк. Хатта Рәсәйгә Белоруссия сиген тулыһынса ябып ҡуйырға тура килде. Әлбиттә, Белоруссиянан, башҡа илдәрҙән килергә ынтылыусылар бик юҡ, ләкин күршеләр йөҙләп ил менән визаһыҙ аралашыу хаҡында килешеү төҙөгән. Кем белә, бәлки шул илдәрҙән берәйһе Рәсәйгә килеп сығырға теләк белдерер? Йоғошло сирҙең таралыуы был осраҡта иң тәүге сиратта беҙгә янай. Ә нефткә хаҡтарҙың төшөүе Белорус файҙаһына булһа ла, Рәсәйҙең үҙ мәнфәғәттәре лә бар бит әле.
Читайте нас: