+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель 2020, 13:38

СИРЛӘҮСЕЛӘР ҺАНЫ БУЙЫНСА РӘСӘЙ ТӘҮГЕ УН ДӘҮЛӘТ ИҪӘБЕНӘ КЕРҘЕ. ТИК ТАБИПТАР СИРЛӘҮСЕЛӘР ТҮГЕЛ, ҮЛГӘНДӘР ҺАНЫ БУЙЫНСА ФЕКЕР ЙӨРӨТӨРГӘ САҠЫРА.

Шулай итеп, Рәсәй кисә сир йоҡтороусылар һаны буйынса тәүге ун дәүләт иҫәбенә керҙе, ә бөгөн иртән тағы ун беренсе урынға төштө.

Шулай итеп, Рәсәй кисә сир йоҡтороусылар һаны буйынса тәүге ун дәүләт иҫәбенә керҙе, ә бөгөн иртән тағы ун беренсе урынға төштө.
Эксперттар Рәсәйҙә рәсми теркәлгән 36 мең самаһы сирле тураһында (148 миллион кеше йәшәгән дәүләт өсөн күп түгел) белдерә, һандар үҫә барасаҡ, ти. Уларҙың фекеренсә, Рәсәй иң юғары нөктәгә май урталарында сығасаҡ һәм ошо күрһәткес июндең тәүге ун көнлөгөнә тиклем һаҡланасаҡ. Рәсәйҙә сирләүселәрҙең 0,7-0,8 проценты вафат була һәм был һандар, Италия, Испания, Франция менән сағыштырғанда, күпкә кәм.
Табиптар сирләүселәр һанынан ҡурҡмаҫҡа саҡыра. Сөнки һандар тулы картинаны асмай. Ни өсөн тигәндә, Рәсәй халҡының һаулығы ныҡ, улар күп сирҙәрҙе аяҡ өҫтө үткәрергә күнеккән. Мәҫәлән, бөгөн Мәскәүҙә симптомһыҙ (йүткермәй, сөскөрмәй, юғары температураһы юҡ) сирләүселәр һаны 60 процентҡа етә.
Эксперттар сирлеләр һанын илдәрҙе сағыштырып түгел, ә кеше нисбәтенә эшләнгән тест, йәки анализдар ярҙамында баһаларға кәрәк, тип иҫәпләй. Сөнки анализдар күберәк булған һайын, сир йоҡтороусылар ҙа күберәк теркәлә.
Рәсәйҙә сирлеләр һаны хәҙер тотороҡлана. Һуңғы осорҙа сирләүселәр көн һайын 15 процентҡа күберәк теркәлә. Илдәге ойоштороу эштәре – карантин, үҙҡамау, сит илдән ҡайтҡандарҙы контролгә алыу – үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе.
Әле шул асыҡлана: сит илдән сир йоҡтороп ҡайтыусыларҙың һәм үҙебеҙҙә таратыусыларҙың күбеһе самолёт менән ҡайтҡан. Ә ул тармаҡта тәүге осор контроль йомшаҡ булды. Кешеләр ҙә яуаплылыҡты аңлап етмәне. Мәҫәлән, Мәскәүгә иң тәүге сирле Миландан ғинуар баштарында ҡайтҡан. Тәжрибә күрһәтеүенсә, һәр сирленең көн һайын унлап кешене зарарлауын иҫәпкә алһаҡ, хәҙерге һөҙөмтәләр тулыһынса асыла ла ҡуя. Мәскәүҙә, мәҫәлән, метроға пропускылар тикшергәндә барлыҡҡа килгән “бөкө”ләрҙән һуң ике аҙна самаһы ваҡыт үткәс, сирләүселәр һаны ҡапыл артып китте.
Алда беҙҙе нимә көтә? Әгәр карантин, үҙҡамау талаптары теүәл үтәлмәһә, әле барлыҡҡа килгән урындар, төҙөлөп бөтәсәк дауаханаларҙағы койкалар етмәүе лә бар.
Әле Рәсәйҙә тәүлегенә 5-5,5 процент яңы сирле теркәлә. Әле кәмеүенә өмөт юҡ. Ә инде 9 апрелдән 16-на тиклем ҡараһаҡ, сирлеләр һанының тәүлек һайын артыуы 16,9 процент иҫәпләнә.
Аналитикттар билдәләүенсә, Рәсәйҙә сирҙе ауыҙлыҡлау өсөн бөтәһе лә эшләнә. Май-июнь башы хәл иткес булыуы бик ихтимал. Әлегә сирләүселәр һаны артасаҡ, ә аҙна аҙаҡтарына – 68-78 мең тәшкил итәсәк. Тик бының өсөн, ҡабатлап әйтәбеҙ, карантин талаптарын теүәл үтергә кәрәк.
Читайте нас: