+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель 2020, 09:05

БЫЙЫЛ ҺЫУ ТАШЫУ ҠАСАН КӨТӨЛӘ?

Күптәр фаразлауынса, быйылғы яуған ҡар күләме көслө һыу ташыуға килтерергә тейеш ине. Етмәһә, гидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, ҡыштың йылы килеүе ҡарҙың тығыҙ ятыуына булышлыҡ итте. Ә ундай ҡар иреһә, ташҡын бик көслө була.

Әлеге Ағиҙел, Ҡариҙал йылғаларының, Димдең күтәрелеүенә ҡарап, гидрометүҙәктән быйыл ташыу күләме элекке йылдарҙағы уртаса кимәлдән саҡ ҡына юғарыраҡ буласаҡ, тип хәбәр иттеләр –6-7 метрҙан ашмай. Быны быйыл ташыу булмаясаҡ, тип аңлатырға мөмкин.
Сөнки ҡыш йылы булыуы өҫтөнә яҙ иртә килде һәм ҡарҙың күпселеге иреп, ағып бөттө. Элек һыу ташыу 10-12 йылға бер булһа, хәҙер 15-20 йылға ла бер тапҡыр ҙа теркәлмәүе ихтимал. Әйтәйек, Өфө эргәһендә һуңғы һыу ташыу 2007 йылдың яҙында булған.
Читайте нас: