Бөгөнгө көнгә 78 төбәктә 6060 сирле теркәлгәйне. Хөкүмәт эргәһендәге оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙә беренсе тапҡыр һуңғы тәүлектә 6 меңдән ашыу сирле теркәлгән һәм йоғошло сир менән ауырыусылар һаны 42,8 меңгә еткән, 48 кеше үлгән. Сирлеләрҙән 2641 кеше Мәскәүҙә йәшәй һәм дауалана. Оператив штаб төбәктәрҙә сирләүселәрҙе айырым да күрһәтә. Түбәнге Новгородта һуңғы тәүлектә – 129, Мәскәү өлкәһендә 709 сирленең һаулығы өсөн көрәшергә тура киләсәк.
Сирлеләрҙең артыуынан һығымта яһап һәм карантин талаптарының нығыныуын иҫәптә тотоп, ҡайһы бер күҙәтеүселәр иң юғары кимәлгә йәй урталарында түгел, ә ошо аҙнала етмәбеҙме, тип өмөт итә. Табиптар билдәләүенсә, иң юғары нөктәгә еткәс, яңы сирлеләр иҫәбе аҙ ғына төшөп, аҙ ғына күтәрелеп, ике яҡлы динамика күрһәтергә тейеш. Яҡшыға өмөт итәйек!