+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель 2020, 17:11

РАДИЙ ХӘБИРОВ: “БЕҘ ӘЛЕГӘ СИРЛӘҮСЕЛӘР ИҪӘБЕНЕҢ ИҢ ЮҒАРЫ НӨКТӘҺЕНӘ ЕТМӘНЕК”.

Республикала йоғошло сиргә ҡаршы көрәш дауам итә. Һуңғы тәүлектә сир йоҡторған 45 кеше теркәлгән. Хәҙер уларҙың һаны 342 кеше тәшкил итә. Мәғлүмәт саралары көн һайын үлгән кешеләр тураһында ла хәбәр еткереп тора.

Властар карантин һәм үҙҡамау сараларына бер аҙ йомшартыу хаҡында иғлан итһә лә, кешеләр үҙҙәренә бирелгән мөмкинлекте дөрөҫ файҙаланмай. Үткән тәүлектә үҙҡамау тәртибен боҙған өсөн 3 меңләп кешегә протокол төҙөлгән.
Хөкүмәттең дүшәмбе кәңәшмәһендә Республика Башлығы Радий Хәбиров : “Әле беҙ сир таралыуҙың иң юғары нөктәһенә етмәнек. Һандар үҫә бара. Беҙ сирлеләрҙең һан йәһәтенән артыуын күрәбеҙ. Бындай һандар артабан да күҙәтеләсәк. Тимәк, беҙ иң юғары нөктәнән бик алыҫбыҙ. Мин һеҙҙе оҙайлы, ауыр һәм яуаплы эшкә йүнәлтәм”, – тип белдерҙе.
Читайте нас: