Йоғошло сиргә ҡаршы көрәш православ христиандарҙың һәм мосолмандарҙың дини байрамдарына тура килеп, хәлде ҡатмарландырыуы ихтимал. Христиандар, мәҫәлән, республика етәкселегенең пасха байрамын өйҙәрҙә ғаилә байрамы сифатында ғына байрам итеү үтенесен аңлап ҡабул итте. Сиркәүҙәрҙә дини йолаларҙы атҡарыу өсөн руханиҙарҙың ғына йыйылыуы карантин талаптарын үтәргә мөмкинлек бирҙе.
Киләһе йома донъя мосолмандары Ураҙаға аяҡ баҫа. Иртәнге 5-тәрҙән киске 11-ҙәргә тиклем ашамай-эсмәй дини йоланы үтәү түҙемлелек һәм батырлыҡ талап итә. Ә бына ифтарға йыйылыу һәм йөҙҙәрсә кешенең йыйылып ауыҙ асыуы йоғошло сирҙең таралыуына килтереүе ихтимал.
Ошоно иҫәпкә алып, Республика Башлығы Радий Хәбиров Диниә назараты етәкселегенә мәсеттәргә күпләп йыйылмауҙы, ифтар йолаһын үтәгәндә ҡатнашыусыларҙың һанын сикләүҙе һорап мөрәжәғәт итте.
Сөнки ошо көндәрҙә коронавирус менән сирләүселәрҙең иң юғары иҫәбе теркәлеүе һәм май аҙаҡтарына тиклем, Аллаһ бойорһа, кәмеүе көтөлә.
Рәсәй мосолмандары беҙҙең илдә генә түгел, барлыҡ донъяла килеп тыуған ауыр хәлдә йоғошло сиргә ҡаршы көрәштә властарға теләктәшлек күрһәтһәләр ине.