Бөгөн коронавирусҡа ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тора. Рәсәй Президенты Владимир Путин медицина хеҙмәткәрҙәренең һаулығын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе иң тәүҙә хәл ителергә тейешле мәсьәләләр, тип билдәләне. Бөгөн сирҙе йоҡтороуҙан юғары кимәлдәге һаҡлау саралары тәьмин ителергә тейеш. Рәсәй ғалимдары коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләү менән етди шөғөлләнә. Вакцинаны уйлап табыу ғына етмәй, ул һөҙөмтәле булырға тейеш.
Дәүләт башлығы вакцина менән шөғөлләнеүсе ғалимдарҙан препарат барлыҡҡа килеүенең мөмкин булған датаһын әйтеүҙе һораны. Сөнки вакцинаны уйлап табыу ғына етмәй, вакцина уйлап табылғандан һуң уны тиҙ арала етештереүҙе һәм файҙаланыуҙы яйға һалырға кәрәк.