+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2020, 19:15

БЫЛ ХАҠТА ОНОТОРҒА ХАҠЫБЫҘ ЮҠ. ОФОҠ АРТЫНДА ШӘҮЛӘ ЙӨРӨЙ... АСЛЫҠ ШӘҮЛӘҺЕ.

Донъя тарихынан билдәле булыуынса, һуғыш, эпидемия һымаҡ афәттәрҙең юлдашы – аслыҡ – үҙенең ҡырағай закондары менән алғы сафҡа сыға. Шуны иҫтә тотоп, Берләшкән милләттәр ойошмаһының Бөтә донъя аҙыҡ-түлек программаһы башҡарма дирекцияһы Ер шарында йәшәүселәрҙең аҙыҡ-түлеккә булған хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Тағы ла бер нисә айҙан кешелек донъяһы быға тиклем дини китаптарҙа ғына һүрәтләнгән ифрат ҙур күләмле һәм ҡурҡыныслы аслыҡ менән осрашыуы бик ихтимал.

БМО-ла ошо хаҡта һүҙ башлар алдынан: “Әгәр беҙ бөгөн әҙерләнә башламаһаҡ, беҙҙең Ер шары бер нисә айҙан бығаса күрелмәгән аслыҡ менән осрашыуы бик ихтимал”, – тигән Бөтә донъя аҙыҡ-түлек программаһының башҡарма директоры Девид Бизли. Уның әйтеүенә ҡарағанда, бөгөн Ер шарында 821 миллион кеше асыға. Киләсәктә асығыусылар һаны артасаҡ.
Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа Ер шарында иң күп иген етештереүсе һәм һатыусы илдәр иҫәбендә урын алған Рәсәй быйыл иген һатыуҙы туҡтатты. Рәсәйҙә тиҫтәләрсә миллион гектар ерҙәрҙең һөҙөмтәле файҙаланылмауын да онотмайыҡ. Ер шарына аслыҡ килгән осраҡта, Рәсәй игенселәре халыҡты ҡотҡарыуға үҙенең тос өлөшөн индерә алыр ине.
Читайте нас: