+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2020, 14:55

ҒӘФҮ ИТЕГЕҘ БЕҘҘЕ, ЛЕНИН БАБАЙ!

Беҙ бөтәбеҙ ҙә, Ленин бабай, һеҙҙән сыҡтыҡ. Үткән быуаттың байтаҡ йылдары һеҙҙең васыяттарығыҙҙы тормошҡа ашырып үтте. Һеҙҙең тәғлимәттәрегеҙҙе яҡлап, байтаҡ кеше ҡорбан булды.

Беҙ бөтәбеҙ ҙә, Ленин бабай, һеҙҙән сыҡтыҡ. Үткән быуаттың байтаҡ йылдары һеҙҙең васыяттарығыҙҙы тормошҡа ашырып үтте. Һеҙҙең тәғлимәттәрегеҙҙе яҡлап, байтаҡ кеше ҡорбан булды.
Беҙ үҙебеҙ күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрҙек, ай-һай, ленинизм өсөн көрәш һис тә еңел булманы. Былай коммунизм тигәне беҙгә оҡшағайны ла ул, беҙҙең зауыҡҡа һәм талаптарға яуап биргән һымаҡ ине, килеп сыҡманы. Беҙ коммунизм төҙөйбөҙ, тип туплаған бөтә байлыҡты өҫтәгеләр үҙ-ара бүлешеп бөттө. Хәҙер улар һәм уларҙың балалары коммунизмда йәшәйҙер инде. Ә былай һеҙҙең яҙғандарҙы һаман да уҡыштыралар һәм ышаналар. Ә беҙ, инде бер тапҡыр ауыҙы бешкән халыҡ, үҙ көсөбөҙгә таянабыҙ. Халыҡ үҙенсә һеҙҙе иҫкә төшөргән була ла ул, тик бер ҙә мәғәнәһен тапмайбыҙ. Бәлки был һеҙҙең тәғлимәтегеҙҙе, кем әйтмешләй, тәүҙә берәй бәләкәйерәк дәүләттә һынап ҡарарға булғандыр. Ә халыҡ һаман һеҙҙе онотмай – яҡшыға өмөт итә. Эш хаҡы күберәк булһын, пенсия – мулыраҡ, магазиндарҙа хаҡтар артмаһын, тип теләй. Ҡалғаны – шул, һәүетемсә инде.
Әле бына вирус тигәндәре килеп сыҡты. Өйҙә генә ултырырға, тәҙрәнән генә ҡарап торорға ҡуштылар. Шуныһы насар, балаларҙы урамға алып сығып булмай. Эт һуғарырға сыҡҡандарға ла йәшәгән йорттарынан 100 метрҙан алыҫ китмәҫкә ҡушҡандар. Ярай, коммунизмын үткәргәс, был сирен дә как-нибудь кисерербеҙ әле. Хәҙер һеҙҙең эштәр көйлө инде, Ҡыҙыл майҙандың үҙендә ундай коттедж тағы кемгә эләгә әле? Һеҙҙе, йоҡлай, тиһәләр ҙә, вис белеп яталыр, тип уйлайбыҙ. Хәйер, белеүегеҙҙән ни фәтеүә? Унда, һеҙҙең эргәлә, түрә-ҡара күп инде ул – Сталин да, Брежнев та, Андропов та шунда, космонавтар, маршалдар...
Ярай, иҫән-һау булығыҙ! Бөгөн һеҙҙең юбилей бит! Ҡотлайбыҙ! 150 тулғанда нимәләр теләйһең инде? Күберәк ал байраҡтар һәм сәскәләр! Был хатты кешегә күрһәтмәгеҙ, йә һүҙ тейер.
Үрге ауылдан – Шәмсетдин.
Читайте нас: