+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2020, 19:12

ГЕРМАН ГРЕФ ХАЛЫҠҠА АҠСА ТАРАТЫУҒА ҠАРШЫ.

Халыҡ белә, һуңғы йылдарҙа Рәсәй бик байыны, төрлө муллыҡ фондтарында 20 триллиондан ашыу аҡса иҫәпләнә. Ошо аҡсаның бер өлөшөн, мәҫәлән, һәр кешегә 25 меңдән 150-әр меңгә тиклем тура килерлек суммаһын, халыҡҡа таратып биреү мәсәләһе күтәрелә.

Халыҡ белә, һуңғы йылдарҙа Рәсәй бик байыны, төрлө муллыҡ фондтарында 20 триллиондан ашыу аҡса иҫәпләнә. Ошо аҡсаның бер өлөшөн, мәҫәлән, һәр кешегә 25 меңдән 150-әр меңгә тиклем тура килерлек суммаһын, халыҡҡа таратып биреү мәсәләһе күтәрелә.
Халыҡ тулҡынланып көтә, Хөкүмәт – өндәшмәй, уның ҡарауы, Греф менән Нәбиуллина бер-бер артлы тик торғандан аҡса таратыуҙың зыяны хаҡында һөйләй башланы. Мәҫәлән, Нәбиуллина: “Был аҡса иҡтисадты күтәрмәйәсәк, киреһенсә, хаҡтарҙы күтәрәсәк, инфляцияны үҫтерәсәк”, – тиһә, Герман Греф: “Быға тиклем аҡса таратҡан АҠШ һәм Евросоюз илдәренән айырмалы, рәсәйҙә баҙар сығанағы юҡ”, – тип аңлата. Шул уҡ ваҡытта, үҙе: “Бөгөн Хөкүмәттең аҡсаһы бар, ул эске тулайым продукттың 10 процентына тиклем сумманы ярҙам маҡсатында файҙалана ала”, тип белдерә.
Шулай шул. Ас хәлен туҡ белмәй. Йәки беҙҙең халыҡ әйтмешләй, биргәнгә берәү ҙә күп, алғанға алтау ҙа аҙ.
Герман Грефтың кеҫәһендә соҡоноп ҡарайыҡ әле, унда нимә бар?
“Рәсәй һаҡлыҡ банкыһы” һымаҡ монополист банкка етәкселек иткән кешелә һәм уның да, тәбиғи, дәүләт компанияларына идара иткән коллегаларының да – кеҫәләре буш түгел. Мәҫәлән, ошондай етәкселәр, уларҙың, үҙе әйтеүенә ҡарағанда, нәфсеһен Рәсәй Президенты ла тыя алмай. Йыл һайын бер нисә йөҙ миллион һумдан милиард һумға тиклем эш хаҡы алалар. Шулай булғас, улар өсөн 25 мең һум ҙур сумма түгел. Ә халыҡҡа ошондай ауыр ваҡытта ғәҙел генә итеп бирә алһаң, ниндәй шәп булыр ине...
Читайте нас: