Германияның Бонн университеты ғалимдары коронавирустың йоғоу үҙенсәлектәрен өйрәнгән һәм әйберҙәр аша вирус күсмәй, тип асыҡлаған.
Күп тапҡырҙар тикшергәндән һуң асыҡланыуынса, ишек тотҡаларында, телефондарҙа һәм башҡа әйберҙәрҙә вирустар юҡ, булған осраҡта ла, уларҙың йәшәүгә һәләте юҡ кимәлендә икән. Улар шулай уҡ йоғошло сирҙең һауа аша йәки күрешеү аша күсеүен инҡар итә. Сирҙе йоҡтороу өсөн бер генә юл бар – сирле кеше менән яҡындан һәм оҙаҡ аралашыу һәм ул сөскөргәндән, йүткергәндән һуң тамсыларҙы һулау.
Ғалимдар раҫлауынса, коронавирус бик тиҙ кибә һәм елләп, юҡҡа сыға.
Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн Ер шарында 2,5 миллион кеше сир йоҡторған. Шуларҙың 171 меңе вафат булған. Мәрхүмдәр исемлегендә күбеһе һаулыҡ һаҡлау, аралашыу мәҙәниәте, йәшәү кимәле юғары булған АҠШ, Италия, Испания, Франция, Англия һымаҡ илдәр халҡы. Ошо исемлектә Рәсәй – беренсе тиҫтәлә. Шулай ҙа Хоҙай, һаҡланғанды һаҡлармын, тигән. Үҙебеҙ белгән ысулдар менән генә сиргә ҡаршы көрәшәйек!