+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2020, 19:07

КЕСЕ КИМ. РАКЕТАЛАР ҠАЙҒЫҺЫ ЮҠТЫР.

Яңы йылдан бирле төньяҡ Кореяның (КХДР) хәҙерге лидеры күренгәне юҡ, шуға күрә Тымыҡ океан яғына ракеталар осҡаны ла тойолмай. Ғөмүмән, Пхеньян үҙҙәренең етәкселәре һәм уларҙың һаулығы тураһындағы мәғлүмәтте ракеталарҙан кәм һаҡламай. Ә инде һаулыҡҡа килгәндә, традиция буйынса, төньяҡ Корея етәкселәренең һаулығы бер ҙә яҡшынан түгел.

Мәҫәлән, бөгөн халыҡты күберәк кесе Кимдың һаулығы түгел, уны кем алыштырыры ҡыҙыҡһындыра. Корея Хеҙмәт партияһында Ким Чен Ындың апаһы Ким Ё Чен партияның ойоштороу бүлеге мөдире урынбаҫары вазифаһын биләй. Кесе Кимдың һаулығы насарланған осраҡта, уның урынына апаһы ултырырға тейеш, тигән хәбәрҙәр бар. Иҫән-һау булһын, һаулыҡ теләйек! Кесе Ким ракеталар осороусы түгел, АҠШ президенты Дональд Трампты ике тапҡыр һөйләшеүҙәр өҫтәле артына ултырҡан кеше булараҡ тарихҡа инеп ҡалды.
Әйткәндәй, аналитиктар билдәләүенсә, кесе Кимдың сирләүе Трамп файҙаһына түгел. Сөнки ул Ким менән һөйләшеүәрен дипломатик еңеү тип раҫлаһа, уның дәғүәселәре Трампты сәйәси ғүмере ҡыҫҡа кеше менән аралашыуҙа ғәйепләйәсәк.
Читайте нас: