-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2020, 17:55

СИРҘЕ АСЫҠЛАУ ӨСӨН АНАЛИЗ БИРЕҮ МОТЛАҠМЫ?

Ғалимдар коронавирустың тышҡы билдәләре күренмәгән осраҡта, сирҙе асыҡлау юлдарын эҙләй. Мәғлүм булыуынса, был йоғошло сирҙең ҡурҡынысы шунда – вирус йөрөтөүсенең сөскөрмәүе, йүткермәүе, хатта температураһының да ҡәҙимге булыуы ихтимал.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Рәсәйҙәге вәкиле Мелита Вуйнович сирле кеше эргәһендә булғандан һуң һәр кеше вирусҡа тест үтергә тейеш, тип иҫәпләй. Сир үҙенән-үҙе йоҡмай, ниндәйҙер кимәлдә контакт булырға тейеш. Мәҫәлән, сирле менән йөҙгә-йөҙ ҡарап, бер метрҙан кәм аралыҡта һөйләшеү тест үтеү өсөн сәбәп булып тора. Был, айырыуса, сирле кешегә кәрәк. Тест үткәндән һуң уның вирус йөрөтөүсе икәнлеге раҫланғандан һуң уның карантин сараларына йәлеп ителеүе берәүҙә лә шик уятмай. Сир таралыуҙы тик шундай ҡәтғи юлдар менән генә сикләргә мөмкин.
Читайте нас: