БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән матбуғат конференцияһында министр урынбаҫары Ирина Кононова: “Коронавирус беҙҙең барыбыҙға ла ҡағылып үтте. Күпселек билдәләүенсә, республиканың һаулыҡ һаҡлау тармағы үҙен һынатманы. Ойоштороу эштәре, матди-техник база тейешле талаптарға яуап бирҙе. Был эпидемиянан беҙгә етди һығымталар яһарға кәрәк. Киләсәктә ошо хаҡта һөҙөмтәле һөйләшеү буласаҡ”, – тине.
Мәрхүмдәрҙән 14 кешенең 9-ының Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына тура килеүен аңлатырға мөмкин. Бында үлем осрағы төрлө хроник сирҙәрҙән интеккән һәм бында оҙаҡ дауаланған сирлеләр иҫәбенә артты.
– Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, сир йоҡторған тәүге пациент февралдә теркәлгән. Ул ваҡытта әле коронавирус тураһында бик билдәле түгел ине, – тине Ирина Кононова. – Күптәр был сир беҙҙе урап үтер, тип уйлағайны. Хәҙерге шарттарҙа сир таралырлыҡ сәбәптәр ҙә етерлек булды. Һәр хәлдә, коронавирус республикала йәшәүселәрҙең һәр береһенә ҡағылып үтте, тип әйтергә мөмкин. Беҙ карантин, үҙҡамау шарттарында йәшәргә өйрәнә башланыҡ.