+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Апрель 2020, 12:01

ЕГЕТТӘР – КҮБЕРӘК, ИРҘӘР – КӘМЕРӘК, БАБАЙҘАР, ҒӨМҮМӘН – ҺИРӘГЕРӘК.

“Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең йәш нисбәттәрен иҫәпкә алырға мәжбүр итә. Башҡаса мөмкин түгел, быны раҫлар өсөн һандарға иғтибар итәйек. Бына, әйтәйек, 2020 йылда Рәсәйҙә барлығы һәр мең ҡатын ҡыҙға 866 ир-егет тура килә.Хәҙер ошо һандарҙы йәш төркөмдәренә бүлеп ҡарайыҡ. Мәҫәлән, 1 йәштән 29 йәшкә тиклемге мең ҡатын-ҡыҙға 1050 ир-ат тура килә. Әле 30-ҙан 39-ға тиклем дә түҙерлек һымаҡ: 999 иргә 1000 гүзәл зат иҫәп тота. 40-тан 49-ға тиклем 1000 ҡатынға

Милли проекттар
ЕГЕТТӘР – КҮБЕРӘК, ИРҘӘР – КӘМЕРӘК, БАБАЙҘАР, ҒӨМҮМӘН – ҺИРӘГЕРӘК.
“Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең йәш нисбәттәрен иҫәпкә алырға мәжбүр итә. Башҡаса мөмкин түгел, быны раҫлар өсөн һандарға иғтибар итәйек. Бына, әйтәйек, 2020 йылда Рәсәйҙә барлығы һәр мең ҡатын ҡыҙға 866 ир-егет тура килә.
Хәҙер ошо һандарҙы йәш төркөмдәренә бүлеп ҡарайыҡ. Мәҫәлән, 1 йәштән 29 йәшкә тиклемге мең ҡатын-ҡыҙға 1050 ир-ат тура килә. Әле 30-ҙан 39-ға тиклем дә түҙерлек һымаҡ: 999 иргә 1000 гүзәл зат иҫәп тота. 40-тан 49-ға тиклем 1000 ҡатынға 926 ир тура килһә, 50-59 йәштә 1000 ҡатын-ҡыҙға 839 – ир-ат.
Артабан инде һандар һис тә ҡәнәғәтләнерлек түгел. Мәҫәлән, 60-тан 89 йәшкә тиклем 1000 ҡатын-ҡыҙға – 569 ир, ә 90-дан 99-ға тиклем 1000 әбейгә ни бары 289 бабай ҡулын һона ала.
Ошонан сығып, күңелһеҙ генә бер һығымта: көслө зат һис тә көслө түгел икән: 60 йәштән һуң яртыһынан саҡ ҡына күберәге иҫән-һау. Уртаса йәш оҙонлоғо ла шул хаҡта һөйләй. Әлегә ирҙәр уртаса 64 йыл йәшәһә, ҡатын-ҡыҙ 75-те лә үтеп китә.
Читайте нас: