+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Апрель 2020, 11:51

РИФ МИФТАХОВ АРАБЫҘҘЫН КИТТЕ...

Ерҙә һәйбәт кешеләрҙең иҫәбе тағы берәүгә кәмене. Уның тураһында бик күп маҡтау һүҙҙәре әйтергә булыр ине. Нескә күңелле лирик, талапсан ҡәләмдәш, уҫал телле сатирик, илатҡансы көлдөрөрлөк юморист һәм, әлбиттә, ихлас күңелле, ярҙамсыл иптәш һәм тоғро дуҫ...

Ижад итеү менән бергә ул башҡаларҙың ҡулынан килмәгән, башҡалар ошо хаҡта уйларға ла ҡурҡҡан, тиҫтәләрсә кеше күтәрә алмаған йөктө үҙ өҫтөнә алды. Уның япа-яңғыҙы, үҙ ижады иҫәбенә башҡарып сыҡҡан төп эше – ул да булһа шағирыбыҙ Рәшит Назаровтың ижадын өр-яңынан халҡына ҡайтарыу булды.
Рәшит Назаровтың шиғри өлгөләрен Риф ағай, ҡом араһынан алтын бөртөктәре сүпләгән хазина эҙләүсе һымаҡ, берәмләп, бөртөкләп йыйып алды һәм ҡәләмдәшенең ижадын өр-яңынан балҡытты.
Иң үкендергәне шул, ошо титаник хеҙмәте өсөн Риф Мифтахов лайыҡлы рәхмәт һүҙен ишетмәне.
Шулай килеп сыҡты, Риф Фәйзрахман улы эш урындарын алыштырырға яратманы һәм иң оҙаҡ хеҙмәт иткән урыны – “Һәнәк” булып ҡалды.
Бәхил булығыҙ, шағир! Ҡараңғы гүрҙәрегеҙ яҡты, ауыр тупрағығыҙ еңел булһын!
“Һәнәк”журналы редакцияһы мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Читайте нас: