+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Апрель 2020, 19:38

УРАҘА АЛДЫНАН ДА КӨРӘШ ДАУАМ ИТӘ.

Бөгөн кис, ҡояш байығас, мосолман донъяһы Ураҙаға аяҡ баҫа. Йоғошло сиргә ҡаршы көрәш дауам итә. Бөгөнгә килгән һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2 653 000 ашыу кеше коронавирус йоҡторған. Һауығыусы 727 мең кеше дауахананан сыҡҡан. Үлеүселәр – 185 мең. Уларҙың күбеһе Италия, Франция, Испания, Англия һәм АҠШ-та. Төрлө мәғлүмәттәргә ҡарағанда, АҠШ-та 40 меңләп кеше үлгән.

Рәсәйҙә 62 мең кеше сирләгән, 4,8 мең – һауыҡҡан, 555 кеше үлән.
Башҡортостанда хәлдәр түбәндәгесә: 422 – сирләгән, һуңғы тәүлектә сирләүселәр һаны 26 кешегә артҡан. 38 кеше һауығып сыҡҡан, 14 кеше үлгән.
Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, беҙҙең илдә хәлдәр сағыштырмаса яҡшы. Ләкин был ғына тынысланыуға һылтау түгел. Көрәш һуңғы кеше һауығып сыҡҡансы барасаҡ.
Иҫән-һау булығыҙ!
Читайте нас: