+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 11:00

ГОРБАЧЕВ АҠЛАНА ҺӘМ ҒӘЙЕПЛЕЛӘРҘЕ ЭҘЛӘЙ.

Михаил Горбачевты бөгөн берәү ҙә иҫкә алмаҫ ине, әгәр 1985 йылдың апрелендә КПСС Үҙәк комитеты пленумында “Үҙгәртеп ҡороу”, “Билдәлелек”, “Халыҡтың тормош кимәлен күтәреү!” лозунгылары иғлан ителмәһә. Шулай итеп, СССР һымаҡ бөйөк дәүләттең тарҡала башлауына – 35 йыл. Элекке генсек ниндәй һығымталар яһаған һуң? Һығымталар юҡ, бары тик партия буйынса көрәштәштәренә үпкә генә йәшәй...

...Горбачевҡа ышанһаң, ул, баҡ тиһәң, үҙгәртеп ҡороуҙы иғлан итеп, илде яңы кимәлгә күтәргән – азатлыҡҡа юл асҡан. Дөрөҫ әйтә Михаил Сергеевич, үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә, илдә йәшәүселәрҙең 90 проценты бөлдө, ҡалғандары улар иҫәбенә байыны. Хатта СССР-ҙы 1991-се йылдағы ГКЧП ла ҡотҡара алманы. Сәйәси аренаға яңы кешеләр сыҡты, улар таҫма телдәре менән халыҡтың башын әйләндерҙе, илде тарҡатты, кешеләрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйҙы.
Үкенескә ҡаршы, Горбачев вариҫтары бөгөн дә иҫән-һау һәм тере. Хәҙер улар Рәсәй халыҡтарының башын әйләндереүгә ҡаршы түгел. Ә бына һығымта яһарға, ғәйептәрен танырға теләүселәр юҡ. Сәйәсмән өсөн иң көслө сифат – халыҡ алдында ғәйебңде таныу, сәйәси аренанан бөтөнләйгә китеү һәм үҙең тураһында онотторорға тырышыу.
Читайте нас: