+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 14:45

ҺИНЕ ҠЫРАСАҠТАР, ҠОРОҒОР ВИРУС! ВАКЦИНА ЯРҘАМҒА АШЫҒА!

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ер шарында 2,72 миллион кеше сир йоҡторған, 749 меңе – һауығып сыҡҡан, 191 мең кеше вафат булған. Ике-өс ай эсендә был сир 210 илдә таралды.Ғалимдар был сирҙән ҡотолоу юлы, тип бары тик кешеләрҙе вакцинациялауҙы күрһәтте. Дарыуҙы уйлап табыуға иң алдынғы тип иҫәпләнгән 30-лап илдең ғилми үҙәктәре эшкә тотондо.Ошо аҙнала Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдим ителгән 83 препаратты өмөтлөләр исемлегенә индерҙе. Шул 83-төң 77-һе клиникаға тиклемге һынауҙар үтә, ә 6-на кешеләрҙә клиник һынауҙар рөхсәт ителгән.Шуныһы ҡыуаныслы, бөтә донъяны ҡотҡарырға тейешле вакцинаға кандидаттар араһында Рәсәй...

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ер шарында 2,72 миллион кеше сир йоҡторған, 749 меңе – һауығып сыҡҡан, 191 мең кеше вафат булған. Ике-өс ай эсендә был сир 210 илдә таралды.
Ғалимдар был сирҙән ҡотолоу юлы, тип бары тик кешеләрҙе вакцинациялауҙы күрһәтте. Дарыуҙы уйлап табыуға иң алдынғы тип иҫәпләнгән 30-лап илдең ғилми үҙәктәре эшкә тотондо.
Ошо аҙнала Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдим ителгән 83 препаратты өмөтлөләр исемлегенә индерҙе. Шул 83-төң 77-һе клиникаға тиклемге һынауҙар үтә, ә 6-на кешеләрҙә клиник һынауҙар рөхсәт ителгән.
Шуныһы ҡыуаныслы, бөтә донъяны ҡотҡарырға тейешле вакцинаға кандидаттар араһында Рәсәй ғалимдарының 9 эше иҫәпләнә. Шул иҫәптән, Новосибирск ҡалаһынан “Вектор” ғилми үҙәгенең – 6, “БИОКАТ” компанияһының – 2, Санкт-Петербург Ғилми тикшеренеү институтының бер эше ҡабул ителгән.
Вакцинаның ҡабул ителеүен йөҙәр миллиондарса кеше көтә. Уның уйлап табыусылары иң юғары һәм абруйлы премияларға дәғүә итә ала. Уны етештереүсе фирма патенттар һатыу иҫәбенә данға һәм аҡсаға күмелә. Көтөргә күп ҡалманы, йәй аҙаҡтарына иң уңышлы тип табылған вакциналар кешеләр менән клиник һынауҙарҙы үтеп бөтөргә тейеш. Иҫән-һау булығыҙ!
Читайте нас: