+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 10:21

РӘСӘЙ ПРЕЗИДЕНТЫ БАНКИРҘАРҘЫ ТАҒЫ БЕР КИҪӘТТЕ. ЗЫЯН КҮРЕҮСЕЛӘР ИСЕМЛЕГЕНДӘ БАНКТАР ЮҠ.

Ил иҡтисады һәм халыҡтың йәшәү рәүеше йоғошло сир менән көрәш ваҡытында бик ауыр хәлдә ҡалды. Рәсәй Президенты бизнесҡа һәм кешеләргә ярҙам итергә саҡырып, банк учреждениеларына бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итте. Беҙҙә һуңғы йылдарҙа банктар ҡеүәтләнде, улар йыл һайын йөҙҙәрсә миллиард һум табыш ала, ләкин мохтаждарға ярҙам итергә ашығып бармай.

РФ Президенты банкирҙарға ҡарата тағы ҡәтғи киҫәтеү менән сығыш яһаны: “Һеҙҙең тормоштан айырылған вәғәҙәләрегеҙ бер кемгә лә кәрәкмәй. Халыҡ һәм бизнес һеҙҙең ярҙамығыҙҙы тойорға тейеш”, – тине.
Ғәҙәттә, бындай кәңәшмәләр асыҡ форматта үтә. Ләкин банктар менән эш иткәндә һөйләшеү һөҙөмтәле булһын өсөн кәңәшмәнең төп өлөшө ябыҡ ишектәр артында үтте.
Әлегә банктар ярҙам итергә ашыҡмай. Улар үҙҙәренең юғалған табыштары өсөн нығыраҡ ҡайғыра. Урындарҙа мохтаждарҙың мөрәжәғәтенә, ғөмүмән, яуап бирмәйҙәр икән. Ә яуап биргән осраҡта, өҫтәлмә документтар талап итеп, һөҙөмтәлә, кире боралар икән.
Хөкүмәт вице-премьеры Андрей Белоусов: “Банктарҙы йоғошло сирҙән зыян күргәндәр исемлегенә кертеп булмай. Беренсе кварталда ғына улар 528 миллиард һум саф табыш алды. Тимәк, ярҙам итерлек мөмкинлектәре бар”, – тип белдерҙе.
Читайте нас: