-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 13:05

РАДИЙ ХӘБИРОВ: “КЕШЕЛӘР ИФРАТ НЫҠ АРЫНЫ. КҮПТӘР ДҮРТ СТЕНА ЭСЕНДӘ УЛТЫРА. УЛАР МЕНӘН ИПЛӘП КЕНӘ ҺӨЙЛӘШЕГЕҘ, ИХТЫЯЖДАРЫН АҢЛАҒЫҘ. БЕЛЕГЕҘ, УЛАРҒА ХӘҘЕР БИК АУЫР”.

Республика Башлығы ваҡиғаларҙың үҫешен ентекләп күҙәтә һәм мөмкин булған урында үҙҡамау тәртибен йомшартырға, “гайкаларҙы бушатырға” тәҡдим итә. Кәңәшмәлә Республика етәксеһе кешеләр ас ултырмаһын өсөн ярҙам сараларын ҡарарға күрһәтмә бирҙе. “Ас ултырғандар булырға тейеш түгел, беҙ уларҙың барыһын да ҡарарбыҙ”, – тип баҫым яһаны.

Оҙаҡ ҡына бәхәсләшкәндән һуң Радий Хәбиров йәмәғәт транспортында халыҡты баҡсаларға ташырға ҡушты. Республикала мохтаждарға ярҙам итеү өсөн “Берҙәм Рәсәй” партияһы эргәһендә иғәнә ойошторолдо. Иң тәүге булып Республика Башлығы үҙенең айлыҡ эш хаҡын ярҙам иғәнәһенә күсерҙе.
Читайте нас: