+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 12:00

ТӨНДӘЛЕКТӘР. ХАЛЫҠ ҺАРЫҠ ТҮГЕЛ.

Кискеһен беҙҙең ауылда һарыҡ көтөүе ҡайтҡанда йыш ҡына шундай ваҡиғаның шаһиты була инек: һарыҡ малының шундай ғәҙәте бар – улар осраған бер күнәккә моронон тыға. Һәм шул ваҡыт мөгөҙҙәренә күнәкте эләктереп китә. Ә һеҙ киске урамда мөгөҙҙәренә күнәк эләктереп, тегеләй-былай һуғылған һарыҡтан да күңеллерәк һәм ғибрәтлерәк күренеште күргәнегеҙ бармы? Күнәк башты ҡаплаған, күҙҙәр күрмәй, етмәһә, буш күнәк ергә һөйрәлеп, дөңгөрҙәй һәм һарыҡтың да, башҡаларҙың да ҡотон осора...

...Үҙгәртеп ҡороу дәүерендә властҡа килгән, микрофонды ауыҙына эләктергән бәғзе сәйәсмәндәр нимә һөйләгәндәрен, ҡайҙа барғандарын, илгә ниндәй юл күрһәткәндәрен дә белмәйҙәр ине. Халыҡ һарыҡ түгел – улар ситтән ҡарап, тамаша ҡыла. Ә мөгөҙҙәренә буш күнәк эләктергән һарыҡ алда нимә булырын белмәй саба ла, саба.
Уларҙың беҙҙе ҡайҙа алып барғанын 90-сы йылдар аҙағында ғына аңланыҡ. Ярай, һуң түгел ине. Властҡа яңы кешеләр килде һәм ауырлыҡ менән илде күтәрә башланы.
Читайте нас: