Һуңғы көндәрҙә Рәсәйҙә сир йоҡтороусылар иҫәбе ҡапма-ҡаршы йүнәлештә үҙгәреп тора. 19 апрелдә 6060 сирле теркәлгәйне һәм барыһын да ҡурҡыуға һалғайны. Ләкин икенсе көнөнә үк сирлеләр иҫәбе 4,2 мең һәм 6 мең араһында хәрәкәт итә башланы.
Төрлө варианттарҙы ҡарағандан һуң йоғошло сирҙәр менән көрәшеүсе ғалимдар быны, беҙ иң юғары нөктәгә еттек, хәҙер тотороҡланыу буласаҡ һәм беҙ сирҙәр таралыуынан сығырға тейешбеҙ, тип баһаланы. Беҙгә хәҙер өмөт менән сирлеләр һанының аҡрынлап кәмеүен көтөргә генә ҡала. Бындай динамика күпселекте ҡәнәғәтләндерә.
Ләкин һуңғы тәүлек тағы ла һағайтып ҡуйҙы. Мәскәү ҡалаһында 41 сирленең вафат булыуы теркәлгән. Шулай итеп, Мәскәүҙә үлеүселәр һаны 366-ға, Рәсәйҙә барлығы – 615-кә етте.
Уның ҡарауы, үткән тәүлектә Рәсәйҙә 6 меңдән кәмерәк сирле теркәлгән.