Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков CNBC телеканалына интервью биргән һәм Рәсәй белгестәре сирлеләр иҫәбенең иң юғары нөктәһе май урталарынан һуң буласаҡ тип әйтеүен белдергән.
Тимәк, уның һүҙҙәренә ҡарағанда, иң юғары һан май урталарында күренәсәк. Шунан һуң, аҡрынлап, аҫҡа төшөүгә иҫәп тота алабыҙ, тигән Песков.
Әлеге теркәлгән сирлеләр һанын Песков “ярайһы уҡ ҙур ғына” тип баһалаған, ләкин улар һаулыҡ һаҡлау системаһының тотороҡлолоғона йоғонто яһамаясаҡ, тип ышандырған.
Песковтың һүҙҙәренә ҡарағанда, хәҙерге пандемия бығаса күҙәтелмәгән һәм ул ғәйәт ҙур һөжүм булып тора, тип билдәләгән.
Сирләүселәрҙең иң күп иҫәбе май баштарында, хатта май аҙаҡтарында буласаҡ, тип фаразлаусылар ҙа бар. Нисек кенә фаразламаһындар, илдә сиргә ҡаршы көрәште өҙлөкһөҙ дауам итергә, күпселекте ҡотҡарып ҡалырға кәрәк, тип баһалай белгестәр.