+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Апрель 2020, 14:06

ПУТИН АҠСА ҺАНАЙ БЕЛӘ ИКӘН.

Президент:– Күпме аҡса кәрәк? – тип ҡыҙыҡһына.Губернатор:– Дауахана 250 кешелек, һәр урынға берәр миллиондан иҫәпләгәндә, 2,5 миллиард һум кәрәк.

Рәсәй Президенты ысынбарлыҡтан айырылды, тормошто белмәй, халыҡ тормошон өйрәнмәй, тип әйтеүселәр ҡырҡа хаталана. Владимир Путин барыһын да белә, күрә һәм ишетә.
Бына, мәҫәлән, яңыраҡ тура эфирҙа онлайн күрһәтелгән бер миҫал: аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, бер нисә миллиард һумлыҡ ҡына.
Воронеж өлкәһе губернаторы төбәк өлгәшкән уңыштар хаҡында ентекләп һөйләй һәм йоғошло сирҙәргә ҡаршы көрәш дауаханаһы төҙөү өсөн аҡса һорай.
– Нисә йылда төҙөп бөтәһегеҙ? – тип ҡыҙыҡһына Президент.
– Өс йылда төҙөп бөтәсәкбеҙ! – тип, дәртләнеп, яуап бирә губернатор.
Президент:
– Күпме аҡса кәрәк? – тип ҡыҙыҡһына.
Губернатор:
– Дауахана 250 кешелек, һәр урынға берәр миллиондан иҫәпләгәндә, 2,5 миллиард һум кәрәк.
Владимир Путин шунда уҡ яуап бирә:
– 250 урын берәр миллион һумдан бер ваҡытта ла 2,5 миллиард һум булмай, ә 250 миллион булыуы бик хаҡ, – тип ҡулдан иҫәплән күрһәтә Президент.
Путиндың тапҡырлығына хайран ҡалырһың. Әлбиттә, губернатор өсөн миллиардты миллиондан айыра алмауы мине ғәжәпләндермәй. Ә бына дәүләт башлығының һәр мәсьәләгә ентекле ҡарауы тағы ла бер тапҡыр хөрмәт тойғоһо уята.
Әйткәндәй, ошондай уҡ дауахана беҙҙең Өфө ҡалаһында ла төҙөлә. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров һәр эш көнөн ошо дауахананан башлай, тип хәбәр итәләр. Дөрөҫ эшләй. Әгәр эштәр былай барһа, беҙгә бындай дауаханалар киләсәктә кәрәк буласаҡ әле. Дауаханының ятағы ошо көндәрҙә файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Ә дауахана үҙе тәүге сирлеләрҙе йәй үткәнсе дауалай башлаясаҡ.
Читайте нас: