+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Апрель 2020, 20:05

ПУТИН ЧИНОВНИКТАРҘЫ ИҪКӘРТӘ!

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә власть органдары һәм компаниялар тарафынан сит ил лимузиндарын һатып алыуҙы контролгә алырға ҡушты. Хәҙер һәр дәүләт чиновнигы, машина һайлар алдынан, ныҡ ҡына уйланасаҡ. Эксперттар был киҫәтеүҙе бик ваҡытлы, тип иҫәпләй. Сөнки бер лимузин урынына 2-3 тиҙ ярҙам машинаһы һатып алырға мөмкин. Ә автомобилдәр паркы бик иҫкергән.

Ошо етешһеҙлектәрҙе күҙ уңында тотоп, Путин төбәктәргә 1200 реанимобиль һатып алырға ҡушты. Бынан тыш, тиҙ ярҙам машиналарын һатып алыу өсөн төбәктәргә 5 миллиард һум аҡса бүленәсәк.
Читайте нас: