+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Апрель 2020, 14:11

ЗӨЛӘЙХӘНЕ СЕБЕР ЕБӘРЕРҘӘРМЕ ИКӘН?

“Зөләйхә күҙҙәрен аса” сериалы күрһәтелгән һайын, низағтар күбәйгәндән-күбәйә. Татарҙарҙың фильмдың йөкмәткеһенә дәғүәһе миңә аңлашыла. Сөнки улар ҡәнәғәтһеҙлек белдермәһә, ғәжәп тойолор ине. Уларға, мәҫәлән, татар халҡын кәмһетеп күрһәтеүҙәре оҡшамай. Ә Дәүләт Думаһы депутаты милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе боҙоуҙа ғәйепләй.

Ә фильмды төшөрөүселәр, моғайын, бындай шау-шыулы һәм бәхәсле рекламаға иҫәп тә тотмағандарҙыр. Был фильмға реклама ағылып килә. Шуға иғтибар иткәндәр – сериал үҙ аудиторияһын ир-ат иҫәбенә арттырып ебәргән. Уларына нимә етмәгән инде? Ҡайһы бер көслө зат сериалдағы мөхәббәт һәм (ғәфү итегеҙ!) көсләү картиналарын мауығып күҙәтә икән.
Кино белгестәре йыл йомғаҡтары буйынса “Зөләйхә”гә иң күп приздар, бүләктәр фаразлай. Ә халыҡ шым ғына ҡарай һәм ялыуҙар яҙа.
Читайте нас: