+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Апрель 2020, 12:43

КҮПСЕЛЕКТЕ ДОЛЛАРҒА, НЕФТКӘ ХАҠТАР ТҮГЕЛ, СИРЛЕЛӘР ҺӘМ МӘРХҮМДӘР ИҪӘБЕ ҠЫҘЫҠҺЫНДЫРА.

Йоғошло сир менән бәйле, илдә хәлдәр ҡатмарлы килеш ҡала. Күпселек карантин талаптарын теүәл үтәй, һәр мәғлүмәт шунда уҡ халыҡҡа еткерелә. Рәсәй халҡын бөгөн нефткә хаҡтар, долларҙың һумға нисбәте түгел, нисә кеше сирләгән, күпме – вафат булған, шул хәбәрҙәр нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра.

Ғөмүмән алғанда, халыҡтың күпселеге властар башҡарған эштәргә ышаныс менән, аңлап ҡарай.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һуңғы айҙа өсөнсө тапҡыр карантин менән бәйле талаптар хаҡында Указына үҙгәрештәр индерҙе. Мәҫәлән, ял көндәрендә баҡсасылыҡ ширҡәттәренә барырға рөхсәт бирелеүе, транспорт бүленеүе ыңғай ҡабул ителде.
Һуңғы тәүлектәрҙә республика күләмендә йоғошло сирҙән вафат булғандарҙың теркәлмәүе кешеләрҙә ышаныс уятты.
Күптәр ошо аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың халыҡҡа сираттағы мөрәжәғәтен көтә. Фараз ителеүенсә, карантин ваҡытының тағы ла ике аҙнаға оҙайтылыуы бик ихтимал.
Читайте нас: