+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Апрель 2020, 13:46

ЗӨЛӘЙХӘНЕҢ КҮҘҘӘРЕНӘ ТҮГЕЛ, ҠУЛДАРЫНА ҠАРАҒЫҘ.

Телесериал бер нисә көн элек тамамланһа ла, хис-тойғолар һәм бәхәстәр ҡыҙа ғына әле. Хатта ҡайһы бер күренекле сәнғәт вәкилдәре телесериалды тыйыу һәм уның авторҙарын язаға тарттырыуҙы талап итә. Күптәр фильмды төшөрөүселәрҙе халыҡтың тормошон белмәүҙә ғәйепләй.

Кем белә, бәлки шулайҙыр. Сөнки фильмды эшләүселәр артыҡ тырышҡан, тигән шик тә тыуып ҡуя. Мәҫәлән, сериалдың башынан алып, аҙағына тиклем Зөләйхәнең моң-һағыш менән һуғарылған күҙҙәре һәм ғазаплы ҡарашы оҙатып йөрөй һәм тетрәндерә. Күптәр ҡәнәғәт ҡалыр ине, әгәр Сулпан Хамматованың, исмаһам, ҡулдарын күрһәтмәһәләр. Ә ҡулдар, инде, үҙегеҙ беләһегеҙ, сәхнә йондоҙо статусына яуап бирә, ҡаралған, йыуылған, майланған... Һәр хәлдә, ауыр эш күрмәгән. Ошоноң һымаҡ ваҡ-төйәк аҙым һайын, тип әйтерлек, осрай һәм ысынбарлыҡты юҡҡа сығара, тамашасының кәйефен төшөрә.
Нимә генә һөйләмәһендәр, был осраҡта фильмды төшөрөүселәр онотола, ә сериал тарихта ҡала, тип әйтергә генә ҡала. Һәр хәлдә, кино сәнғәте белгестәре сериалға йыл йомғаҡтарында тос бүләктәр вәғәҙә итә.
Читайте нас: