Был сәйәси акт мөһим тарихи әһәмиәткә эйә. Бөгөн АҠШ-та һәм Европала Эльбаны иҫкә төшөрәләр икән, беҙ берлектәге көс менән иң ҙур ауырлыҡты ла еңә алабыҙ. Бөгөн, айырыуса йоғошло сиргә ҡаршы тиңдәшһеҙ көрәш барғанда, ошо хаҡта иҫкә төшөрөү урынлы. Беҙ бергәләп нацизмды еңгәнбеҙ икән, йоғошло сирҙе лә еңергә тейешбеҙ.