+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Апрель 2020, 14:49

СИР МӘҢГЕЛЕК ТҮГЕЛ!

Тормош дауам итә. Өфө ҡалаһында бөгөн “Коронавирустын һуңғы донъя: Евразия йөрәгенән ҡараш” пленар сессияһының онлайн форумы эшләй башланы. Форумды Башҡортостан Башлығы хакимиәте ойоштора. ҡатнашыусылар араһында донъяла билдәле продюссер Люк Бессон да бар...

Тормош дауам итә. Өфө ҡалаһында бөгөн “Коронавирустын һуңғы донъя: Евразия йөрәгенән ҡараш” пленар сессияһының онлайн форумы эшләй башланы. Форумды Башҡортостан Башлығы хакимиәте ойоштора.
Форум сиктәрендә халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендә танылған йәмәғәт, дәүләт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең сығыш яһауы көтөлә. Форумда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, продюссер Люк Бессон, физик Метео Каку, яҙыусы Нассим Талеб, шулай уҡ спикерҙар – Ярослав Кузьминов, Александр Любимов, Светлана Тютчева, Борис Титов һәм башҡалар ҡатнаша. Пленар сессияның модераторы – Ксения Собчак.
Форумда бөтә донъяны тетрәнергә мәжбүр иткән йоғошло сирҙән һуң Ер шарында йәшәүселәрҙең артабанғы тормошо, йәшәйешкә мөнәсәбәте, илдәр араһындағы һыйышып йәшәү мәсьәләһе, донъя кимәлендәге янауҙарҙы еңеү ҡараласаҡ.
Читайте нас: