+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Апрель 2020, 10:55

ЙОҒОШЛО ҺӘМ ҮЛЕМЕСЛЕ.

Рәсәйҙә һуңғы сәғәттәргә шул билдәле: коронавирус тарала башлағаны бирле 3 миллиондан артығыраҡ тест үткәрелгән, 87147 кешенең сирле икәнлеге асыҡланған. Шуларҙың 6198-е – һуңғы тәүлектә. Шулай уҡ 7346 кеше һауығып сыҡҡан, 794 кеше үлгән.

Сирҙең таралыуын күҙәтеүселәр шуны билдәләй: нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, коронавирусҡа таралыу өсөн иң уңайлы урын булып дауахана иҫәпләнә. Сирҙе йоҡтороусылар күбеһе дауаханаларҙың интенсив терапия палаталарында ярҙам алғандан һуң сирләй башлаған. Шуға күрә сирләүселәр һәм үлеүселәр араһында табиптар күп. Уларҙы хатта эш урынында ҡорбан булған, тип баһаларға ла мөмкин.
Эксперттар сир таралыу өсөн метро, мәктәп, төрмә, дауахана һымаҡ ябыҡ учреждениеларҙы хәүефле тип иҫәпләй. Сир таралмаһын өсөн дауахана палаталары, ябыҡ урындар дими елләтелергә тейеш.
Бөгөн Хөкүмәт премьер-министры үҙенең урынбаҫарҙары менән сиргә ҡаршы көрәште ойоштороу буйынса оператив кәңәшмә үткәрҙе. Кремлдән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндың сығыш яһауы көтөлә.
Читайте нас: