Йоғошло сир менән мөнәсәбәттәр элеккесә һаҡлана. Фараздар өмөтләндерә, ысынбарлыҡ аптырата. Үткән тәүлектә Мәскәүҙә 65 кеше үлгән. Ә беҙҙә 60 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйғандар.
Рәсәйҙә яҡын көндәрҙә сирләүселәрҙең иң юғары иҫәбенә етербеҙ, тиҙәр ине, хәҙер тағы бер айға һуңға күсерҙеләр. Ә ҡайһы бер белгестәр эпидемияның һуңғы көндәрен август урталарында ғына вәғәҙә итә.
Халыҡтың үҙен түҙемле һәм күндәм тотоуы оҡшай. Күпселек хәл-ваҡиғаларға айыҡ аҡыл менән баға. Башҡаса мөмкин түгел. Башҡортостанда һуңғы көндәрҙә вафат булғандарҙың теркәлмәүе ышаныс һәм өмөт уята. Ана, ялтлап торған маҡтаулы Нью-Йоркта мәрхүмдәрҙе ерләп өлгөрмәйҙәр икән. Беҙҙе Хоҙай үҙе һаҡлай, күрәһең. Әйҙәгеҙ, киләсәктә лә шулай түҙемле булайыҡ!