Рәсәйҙә бөгөн Леонид Рошаль һымаҡ тынғыһыҙ, намыҫлы, һаулыҡ һаҡлауҙы яҡшыртыуға тос өлөш индергән кешене табыуы ҡыйын. Иң ауыр, яуаплы урындарға ул чиновниктарҙан алда барып етә һәм мәсьәләне хәл итеүгә өлгәшә. Бынан байтаҡ ҡына йылдар элек Рәсәй Президенты Леонид Рошальды иң юғары наградаларҙың береһе – “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләгәйне.
Награданы алғанда Леонид Рошаль Президентҡа: “Мөмкинме, был нагданы мин һеҙгә тағыр инем”, – тип мөрәжәғәт итте.
Әле шул хаҡта уйлап ултырам: табип үҙенең лайыҡлы наградаһын дәүләт башлығына тәҡдим итерме икән?