Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең социаль йүнәлештәге учреждениелары (мәктәп-интернаттар, махсуслаштырылған балалар йорттары) хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙәр тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
Указға ярашлы, аҡса карантин йәки үҙ-үҙеңде ҡамау шарттарында эшләүен дауам иткән хеҙмәткәрҙәрҙгә түләнә. Етәкселек, социаль, мәғариф һәм медицина хеҙмәте күрһәткәндәр – 15-әр мең, хеҙмәт күрһәтеүҙе тәьмин итеүселәр – 5-әр мең, ә инде учреждениела йоғошло сир менән сирләүҙең бер осрағы ғына теркәлһә лә, барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә 25-әр мең һум аҡса аласаҡ.