Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының табиптары Рәсәй етәкселегенә, дауаханала коронавирус таралыу менән бәйле, тикшереү үткәреүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте. Рәсәйҙә йоғошло сир менән аяуһыҙ көрәш барған ваҡытта мөнәсәбәт асыҡлауға һәм был көрәшкә иң юғары даирәләрҙе йәлеп итергә сәбәптәр бармы?
“Юҡ, – эшләргә кәрәк, мөнәсәбәт асыҡларға ваҡыт юҡ”, – ти Дим районындағы дауахананың баш табибы Фәнил Шәмиғолов. Әгәр ул, Фәнил Булат улы, тәжрибәле ойоштороусы, шундай тәҡдим менән сығыш яһай икән, ул дөрөҫ әйтә.
Бөгөн республиканың һаулыҡ һаҡлау тармағы бик ҡатмарлы осор кисерә. Ғөмүмән, һүҙ кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу, республика халҡын һаҡлап ҡалыу тураһында бара. Әгәр шундай ҡатмарлы шарттарҙа ла низағты ҡуйыртырға теләүселәр табыла икән, был бик күңелһеҙ һәм ҡурҡыныс күренеш.
Әйткәндәй, хәҙерге көрәштең алғы фронтында булған республика етәкселеге, һаулыҡ һаҡлау министрлығы, дауаханалар хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген күпселек халыҡ хуплай һәм йоғошло сирҙе еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә әҙер.