+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Май 2020, 12:35

СИРҘӘН ҠОТОЛОУҘЫҢ 7 ЮЛЫ БАР.

Сирҙән ҡотолоу юлы бармы? Тәжрибәле вирусологтар 7 юл тәҡдим итә:Өйҙән сыҡмаҫҡа.Сыҡҡан осраҡта, дистанция һаҡларға.Әйләнгән һайын, ҡул йыуырға.Күҙгә, танауға, ауыҙға ҡул менән ҡағылмаҫҡа.Битлек кейергә.Температура булған осраҡта, дауаханаға мөрәжәғәт итергә...

Әлегә күңелһеҙ статистика былайыраҡ: Рәсәйҙә сирлеләр һаны 106 меңдән артып киткән, 1333 кеше дауахананан һауығып сыҡҡан, 101 кеше вафат булған. Һуңғы тәүлектәрҙә 7099 кеше теркәлгән. Был сирҙең мәкерле яғы шунда – кеше ныҡлы сирләй башламайынса, диагноз ҡуйып булмай. Бөгөн, мәҫәлән, Мәскәүҙә ауыр хәлдә ятҡандарҙың яртыһынан күбе элек анализ биргәс, һөҙөмтәләр уларҙы һау-сәләмәт итеп күрһәткән.
Сирҙән ҡотолоу юлы бармы? Тәжрибәле вирусологтар 7 юл тәҡдим итә:
Өйҙән сыҡмаҫҡа.
Сыҡҡан осраҡта, дистанция һаҡларға.
Әйләнгән һайын, ҡул йыуырға.
Күҙгә, танауға, ауыҙға ҡул менән ҡағылмаҫҡа.
Битлек кейергә.
Температура булған осраҡта, дауаханаға мөрәжәғәт итергә.
Сир хаҡында даими хәбәрҙар булырға.
Читайте нас: