+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Май 2020, 14:40

БАШҠОРТОСТАН. СИРЛЕЛӘР ҺАНЫ АРТА БАРА.

Мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, республикала яңы 77 сирле теркәлгән. Үҫеш 10 процент тәшкил итә. Сир тарала башлағандан бирле, диагноз 843 кешелә раҫланған, 176 – һауығып сыҡҡан, үлгәндәр һаны элеккесә ҡала – 14.

Үкенескә ҡаршы, 31 кеше бик ауыр хәлдә. Уларҙың 18-е үпкәне яһалма елләтеү аппараттарына тоташтырылған. Әле дауаханаларҙа 381 сирләгән кеше иҫәпләнә. Иң күп дауаланыусы Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында – 68 кеше. Әлеге көндә коронавирустан 8-се ҡала клиник дауаханаһында – 53, 5-се дауаханала – 44, йоғошло ауырыуҙар республика дауаханаһында – 35, Бәләбәйҙә – 29, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында – 28, Нефтекама дауаханаһында – 27 кеше дауалана.
Иҫән-һау була күрһендәр!
Читайте нас: