Хөкүмәт рәйесенең һәм бер министрҙың сирләп китеүе Рәсәй Президенты һаулығы өсөн борсолоу тойғоһо уята. Президент бер ай элек Коммунаркала баш табип менән осрашты һәм дауахана менән танышты. Ә бер нисә көндән баш табиптың сирләп китеүе тураһында хәбәр килде. Хәҙер ул төҙәлеп эшкә сыҡҡан, ә Президенттың һаулығына ҡурҡыныс янамаймы һуң?
Был хаҡта матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков былай тип белдерҙе: “Ил башлығы менән аралашыусылар һаны мөмкин тикшем сикләнгән. Осрашыусылар бер нисә тапҡыр тест бирә. Бындай сикләү мотлаҡ. Уның ҡарауы, Президенттың эше күбәйҙе. Уның эш графигында бер-бер артлы телефон аша йәки видеоконференция форматында һөйләшеүҙәр теркәлгән”.