Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы апрель йомғаҡтарын иғлан итте һәм анализ яһаны. Ирҙәрҙең 55 проценты, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 68 проценты сирҙе дауахана учреждениеларында йоҡторған икән. Ирҙәр – 291, ҡатын-ҡыҙҙар 475 кеше тәшкил итә.
Күреп тораһығыҙ, көслө зат байтаҡҡа кәмерәк. Уның ҡарауы, 14 мәрхүмдең 10-ы ир-ат икән. Һауығып сығыусылар исемлегендә 95 ҡатын-ҡыҙ, 69 ир-егет. Сир йоҡтороп, дауаланыусыларҙың уртаса йәше 50 тәшкил итә.