Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры коронавирус менән сирләп, дауаханаға ятыуға бер тәүлек тә үтмәне, РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Владимир Якушевтың ауырып китеүе тураһында мәғлүм булды.
Белгестәр раҫлауынса, әгәр Хөкүмәттә ике кеше сирләгән икән, ҡалғандарының яҙмышы ошо көндә билдәле буласаҡ. Дөрөҫ, эпидемия мәлендә Хөкүмәт ағзаларының туранан-тура аралашыуы мөмкин тиклем сикләнгән һәм башҡа министрҙар сафтан сыҡмаҫ, тигән өмөт бар.