+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Май 2020, 13:05

БАШҠОРТОСТАН СИРЛЕЛӘР ҺАНЫ БУЙЫНСА 12 МАЙҘА ИҢ ЮҒАРЫ КИМӘЛГӘ СЫҒЫУЫ ИХТИМАЛ.

Йоғошло сирҙең таралыуын күҙәтеүселәр һәм анализ яһаусылар Башҡортостан киләһе аҙнаның дүшәмбеһенә иң юғары кимәлгә сығасаҡ, тип фаразлай.

Йоғошло сирҙең таралыуын күҙәтеүселәр һәм анализ яһаусылар Башҡортостан киләһе аҙнаның дүшәмбеһенә иң юғары кимәлгә сығасаҡ, тип фаразлай.
Ғалимдар раҫлауынса, сирләүселәр һаны ошо арала меңдән артасаҡ, 3, 4 майҙа 9, 12 майға тиклем көн һайын 70-90 кешегә артасаҡ һәм дүшәмбе артыу туҡталасаҡ. Оҙайлы фаразды иғлан итеүселәр раҫлауынса, май аҙағына тиклем сирлеләрҙең күбеһе дауаханаларҙан сығасаҡ, ләкин, үкенескә ҡаршы, әле сирләгәндәр араһында вафат булғандар ҙа теркәләсәк.
Әле сирлеләр һанының артыуы һағайтырға тейеш түгел. Сөнки әле анализдар, элеккегә ҡарағанда, бер нисә тапҡыр күберәк алына. Шул сәбәпле, сирлеләр ҙә күберәк теркәлә.
Читайте нас: