+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Май 2020, 12:24

АҠШ ҠЫТАЙҘЫ БӨЛДӨРӨРГӘ САМАЛАЙ.

Төрлө мәғлүмәттәргә ҡарағанда, АҠШ-та йоғошло сир менән көрәш бик ауыр бара. Донъяның иң ҡеүәтле, тимәк, иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау системаһына эйә булған ил бөгөн COVID-19 менән сирләүселәр, вафат булыусылар һаны буйынса Африканың иң артта ҡалған илдәре менән “ярыша”. Нисек кенә аяныслы тойолмаһын, урамдарҙа үлеп ятҡан кешеләр, трейлерҙар тулы ерләнмәгән мәрхүмдәр – бөгөнгө Американың ысынбарлығы.

Бөгөн Америкала мәрхүмдәрҙе ерләү менән түгел, ғәйеплеләрҙе асыҡлау менән нығыраҡ шөғөлләнәләр. Ә беләһегеҙме, кем ғәйепле? Әлбиттә, әлеге Ҡытайҙар.
Әгәр Ҡытайҙар COVID-19-ҙың мәкерле сир булыуы тураһында алдан хәбәр итһәләр, һаҡланыу саралары һәм дарыуҙар менән уртаҡлашһалар, маҡтаулы һәм етеш АҠШ бындай ауыр хәлгә ҡалмаҫ ине. Ҡытай арҡаһында, бөгөн американдар күпләп үлә. Крантин саралары иркенләп йәшәргә ҡамасаулай һәм башҡалар.
Үҙеңде хоҡуҡи яҡлау АҠШ-та бик юғары кимәлдә ҡуйылған. АҠШ-тың бер нисә штаты Ҡытайҙы судҡа биреп тә өлгөрҙө инде. Алда ҙурыраҡ хөкөм көтә: АҠШ хакимиәте Ҡытайҙан килтерелгән зыян өсөн 1 триллион доллар талап итмәксе.
Хатта бының өсөн суд ҡарары ла мөһим түгел. Сөнки АҠШ-тың Ҡытай алдында бер нисә триллион доллар бурысы бар. Ошо бурыстың 1 триллион долларын АҠШ файҙаһына ғәмәлдән сығаралар ҙа ҡуялар. Өҫтәүенә, был бурыс алтын менән тәьмин ителгән. Ә Ҡытай нимә тип яуап биргән? Уларҙың фекеренсә, ҡайһы бер сәйәсмәндәр сир менән килеп тыуған хәлде Ҡытайҙы кәмһетеү өсөн файҙалана. Әлегә көрәш трибуналарҙан алыҫ киткәне юҡ. Артабан нисек булыр – ваҡыт күрһәтер.
Читайте нас: