+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Май 2020, 11:38

ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ МИНИСТРЛЫҒЫ АЛҒА ҠАРАП ЙӘШӘЙ.

Яҡшыға өмөт итәйек. Аллаһ бойорһа, ай аҙаҡтарына тиклем йоғошло сир үтеп китер һымаҡ. Белгестәр икенсе тулҡын тураһында киҫәтһә лә, беҙ яҡшыға өмөт итәбеҙ.

Яҡшыға өмөт итәйек. Аллаһ бойорһа, ай аҙаҡтарына тиклем йоғошло сир үтеп китер һымаҡ. Белгестәр икенсе тулҡын тураһында киҫәтһә лә, беҙ яҡшыға өмөт итәбеҙ.
РФ Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко карантин сараларының ҡайһы бер өлөштәре, сиргә ҡаршы вакцина барлыҡҡа килгәнсе, ғәмәлдә ҡаласаҡ, тип белдерҙе.
Әле Рәсәйҙә вакцина уйлап табыу буйынса бик көсөргәнерше эш бара. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы вакцинаның 81 яңы проектын хуплаған. Шулар араһында 9 эш, йәғни вакцина проекты – Рәсәй ғалимдарыныҡы.
Иң өмөтлө фараздар вакцинаның тәүге өлгөләре кешеләр менән тейешле һынауҙы үткәндән һуң, йыл аҙаҡтарына барлыҡҡа килер, тип көтөлә.
Әлегә Рәсәй ғалимдары коронавирус менән яңынан йәки ҡабатлап сирләү мөмкинлеген тикшерә. Коронавирус менән яңынан сирләүгә юл ҡуймау өсөн кеше организмында коронавирусҡа ҡарата ныҡлы иммунитет барлыҡҡа килергә тейеш икән.
Үкенескә ҡаршы, коронавирустың әлеге төрө яңыраҡ барлыҡҡа килгән, шул сәбәпле, уны йоғошло сир булараҡ өйрәнеү еңелдән түгел. Ғалимдар был йүнәлештә эштәрен дауам итә.
Читайте нас: