-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Май 2020, 10:42

БЕҘ ҺЕҘГӘ ЫШАНАБЫҘ, ВАХТАНАН ҠАЙТЫУСЫЛАР!

Коронавирус сире электән ауыр булған социаль проблемаларҙы киҫкенләштереп ебәрҙе. Бөгөн уларҙың иң мөһиме һәм хәүефлеһе – вахтанан ҡайтыусылар.

Коронавирус сире электән ауыр булған социаль проблемаларҙы киҫкенләштереп ебәрҙе. Бөгөн уларҙың иң мөһиме һәм хәүефлеһе – вахтанан ҡайтыусылар.
Бөгөн Башҡортостандан “Газпром”дың Чаянда газ ятҡылығында 1800 кеше эшләй. Яҡташтарыбыҙҙың Яҡутстандағы эш һәм йәшәү шарттары бер ҙә яҡшынан түгел.
Республика Башлығы Радий Хәбиров: “Улар – беҙҙең кешеләр. Беҙ уларҙы ауыр хәлдә ҡалдыра алмайбыҙ һәм уларҙың ҡайтыуын ойошторасаҡбыҙ”, – тип белдерҙе.
Яҡташтарыбыҙҙы ошо аҙна эсендә Яҡутстандан Магнитогорск аэропортына ташып бөтөргә тейештәр.
Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан вахталағыларҙы ташыуҙы беренсе булып ойошторҙо. Үкенескә ҡаршы, Чаянда газ ятҡылығында эшләүселәр араһында сирҙе йоҡтороусыларҙың барлығы асыҡланды.
Сәйер хәл. Донъяла иң бай тип иҫәпләнгән компанияларҙың береһе, “Газпром”, үҙенең эшселәренә, байытыусыларына, тип аңлағыҙ, лайыҡлы йәшәү һәм эш шарттары ла булдыра алмаған.
Ҡағиҙә буйынса, вахтанан ҡайтыусыларға изолятор аша үтергә тура киләсәк. Күбенә түҙгәнде, ҡалған ике аҙнаһына нисек тә түҙергә тейештәр.
Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең яҙмыш хәҙер вахтасылар ҡулында. Әгәр улар яуаплылыҡты аңлап, тәртипле һәм намыҫлы медицина күҙәтеүе үтһәләр, ике аҙна буйы бәйләнештәргә юл ҡуймаһалар, сирҙең ауыҙлыҡланыуына өмөт ҙур.
Кире миҫал өсөн алыҫ бараһы түгел: республикабыҙҙың иң ҙур дауаханаларының береһендә яуапһыҙлыҡҡа юл ҡуйыу сирҙең таралыуына килтерҙе. Дауахана хеҙмәткәрҙәренең фиҙакәрлеге генә беҙҙе ҙурыраҡ бәләнән ҡотҡарып ҡалды.
Вахтанан ҡайтыусылар, әлбиттә, өйҙәренә ашыға. Өйҙәрендә уларҙы көтәләр. Киләсәк хаҡына түҙегеҙ, яҡташтар!
Иҫән-һау булығыҙ!
Читайте нас: