+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Май 2020, 10:41

КӨРӘШ ДАУАМ ИТӘ. ДОШМАН ЕҢЕЛЕРГӘ ТЕЙЕШ.

Коронавирус һымаҡ мәкерле сир менән көрәшеү еңел түгел. Хәҙер ул донъяның барлыҡ илдәренә лә янай. Коронавирусты бары тик күмәк көс менән генә еңергә мөмкин.

Коронавирус һымаҡ мәкерле сир менән көрәшеү еңел түгел. Хәҙер ул донъяның барлыҡ илдәренә лә янай. Коронавирусты бары тик күмәк көс менән генә еңергә мөмкин.
Статистикаға килгәндә, хәлдәр әлегә былайыраҡ: Хопкинс университетының бойондороҡһоҙ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөнгө көндә 3,5 миллион кеше сир йоҡторған, 1,1 миллион – терелгән, 243 мең – үлгән. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының мәғлүмәттәре бер аҙ айырыла һәм әлегә түбәндәгесә: 3,2 миллион сирләгән, 230 мең – үлгән.
Рәсәйгә килгәндә, әлегә 132 мең сирле иҫәпләнә. Һуңғы тәүлектә 10633 сирле өҫтәлгән. 1280 кеше үлгән.
Башҡортостанда 1022 сирле иҫәпләнә. Һуңғы тәүлектә 87 сирле өҫтәлгән. Барлығы 14 кеше үлгән. Әйткәндәй, 20 апрелдән бирле ҡорбандар исемлеге яңырғаны юҡ.
Төбәк тәбиптары бик көсөргәнешле эшләй. Һуңғы тәүлекттәрҙә генә 82 мең тест алынған. Дауалау һәм дауаланыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар.
Читайте нас: