-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Май 2020, 09:28

ҠОЙОН. Сәсмә сериал. Дүртенсе бүлек.

Ләйсән шул уҡ көндө Рифатҡа шылтыратты. – Рифат! Батырым минең, бөркөтөм! Бәлки һин аңлатырһың, нимә бара ул? Беҙҙе ни эшләтергә уйлайҙар? – Ҡәҙерлем, мин дә аңламайым. Нимә булһа ла, беҙгә бергә булырға кәрәк. – Мин ҡурҡам, – тине Ләйсән. – Урамға сығырға ла ҡурҡам. Атай ҙа нимәлер уйлаған һымаҡ. Бәлки ул аңлатыр, тигәйнем, миңә шәхси поликлиникаға барырға ҡушты. Рушан ағай көтөп ултыра, бергә барабыҙ, ти. Һин килеп ет, юғиһә, мин сыҡмайым. Рифат ҡабаланды: – Сыҡма! Мин килмәйенсә, бер ҡайҙа ла сыҡмайһың! Рифат такси алып, килеп еткәндә, Рушан менән водитель Мусиндар йәшәгән йорт эргәһендә торалар ине. – О, егет, сәләм! – тип сәләмләне Рушан уны күреү менән. – Һаумыһығыҙ, – тип иҫәнләште егет, такси менән иҫәпләшкән арала... – Ниңәлер түңәрәккә йөрөмәйһегеҙ? – тине Рушан, – һеҙҙе бит һыҙып ташлаясаҡтар. – Һыҙһалар, икенсеһенә барырбыҙ, – тине Рифат. Рушан егеттең юлына сыҡты: – Һин ҡайҙа бараһың? – Мине Ләйсән саҡырҙы. – Аяҡ аҫтында буталма! – тине Рушан тупаҫ ҡына. – Хәҙер беҙ поликлиникаға барабыҙ, – тине егет. – Һиңә унда нимә ҡалмаған? – Мин – Ләйсәндең кейәүе! Уны оҙатып барырға хаҡым бар! – “Тойота”ла һиңә урын юҡ! – тине Рушан. – Арттан йүгереп барырһың. – Ҡарарбыҙ, кем йүгерер икән?

ҠОЙОН.
Сәсмә сериал.
Дүртенсе бүлек.
Алдағы бүлектәр:
Беренсе бүлек
Икенсе бүлек
Өсөнсө бүлек
Ләйсән шул уҡ көндө Рифатҡа шылтыратты.
– Рифат! Батырым минең, бөркөтөм! Бәлки һин аңлатырһың, нимә бара ул? Беҙҙе ни эшләтергә уйлайҙар?
– Ҡәҙерлем, мин дә аңламайым. Нимә булһа ла, беҙгә бергә булырға кәрәк.
– Мин ҡурҡам, – тине Ләйсән. – Урамға сығырға ла ҡурҡам. Атай ҙа нимәлер уйлаған һымаҡ. Бәлки ул аңлатыр, тигәйнем, миңә шәхси поликлиникаға барырға ҡушты. Рушан ағай көтөп ултыра, бергә барабыҙ, ти. Һин килеп ет, юғиһә, мин сыҡмайым.
Рифат ҡабаланды:
– Сыҡма! Мин килмәйенсә, бер ҡайҙа ла сыҡмайһың!
Рифат такси алып, килеп еткәндә, Рушан менән водитель Мусиндар йәшәгән йорт эргәһендә торалар ине.
– О, егет, сәләм! – тип сәләмләне Рушан уны күреү менән.
– Һаумыһығыҙ, – тип иҫәнләште егет, такси менән иҫәпләшкән арала...
– Ниңәлер түңәрәккә йөрөмәйһегеҙ? – тине Рушан, – һеҙҙе бит һыҙып ташлаясаҡтар.
– Һыҙһалар, икенсеһенә барырбыҙ, – тине Рифат.
Рушан егеттең юлына сыҡты:
– Һин ҡайҙа бараһың?
– Мине Ләйсән саҡырҙы.
– Аяҡ аҫтында буталма! – тине Рушан тупаҫ ҡына.
– Хәҙер беҙ поликлиникаға барабыҙ, – тине егет.
– Һиңә унда нимә ҡалмаған?
– Мин – Ләйсәндең кейәүе! Уны оҙатып барырға хаҡым бар!
– “Тойота”ла һиңә урын юҡ! – тине Рушан. – Арттан йүгереп барырһың.
– Ҡарарбыҙ, кем йүгерер икән?
Рифат телефондан тиҙ генә такси саҡырҙы.
– Ә Ләйсән һинең фатирҙағы ҡатын тураһында беләме? – тине Рушан егеттең түшенән алып. – Ә бит мин хәҙер уға әйтәсәкмен.
– Әйтһәң, ни, – тине Рифат. – Был бит... уны Ләйсән белә.
– Нисек Ләйсән белә?
– Сөнки ул һораны, шунда тороп торһон, тине.
Егет ҡапыл тынды.
– Рушан ағай, ул ҡатындың һиңә бер мөнәсәбәте лә юҡ. Ләйсән менән һөйләш, ул һиңә аңлатыр. Ә былай, мөмкин булһа, өндәшмә.
– Ә кем һуң ул? – тип ҡыҙыҡһынды һаман да Рушан.
– Һин уны беләһең.
– Аптыраттың һин, егет, – тине Рушан, тирә-яғына ҡаранып.
– Әгәр мөмкин булһа, Рушан ағай, матур ғына итеп Ләйсәндән һора, ул аңлатыр. Ул ҡатынға минең бер мөнәсәбәтем дә юҡ, әгәр һин уны ҡуйыртырға уйламаһаң.
– Ә беләһеңме, егет, шеф ул ҡатын өсөн борсола. Әле килеп тыуған шау-шыу ҙа шуның арҡаһында бит. Әйт, кем ул?
Рифат аптыранды:
– Юҡ, әйтә алмайым. Уны Ләйсән килтерҙе.
– Ә ниңә? Фатирҙы һин ялламаныңмы ни?
– Мин эшләмәйем, – тине егет. – Миндә фатир ялларлыҡ аҡса ҡайҙан булһын? Ләйсән фатирҙы атаһы биргән аҡса иҫәбенә ялланы.
Рушан ситкәрәк китте лә офисҡа шылтыратты.
– Ләйсәндең картаһындағы аҡсаның ҡайҙа киткәнен күҙәтеп, яҙып бирегеҙ әле.
Бер нисә минут үтеүгә, шылтыраттылар. Ҡыҙҙың картаһынан ай һайын 20 мең һум бер көндө, бер сәғәттә билдәле адрес буйынса күсеп торған. Тимәк, фатирҙы ул яллаған.
Рушан һаман ныҡышты:
– Һине ул ҡатын менән... Ләйсән таныштырҙымы?
– Эйе,
– Ярай, аңлашылды. Тимәк, кем икәнлеген әйтмәйһең?
– Әйтер инем, белмәйем. Ләйсәндән һораманым. Ана, сығып килә, үҙең һора, – тине егет. – Дөрөҫ аңлаһам, һин беҙҙе күҙәтеп, Ләйсәндең атаһына әйткәнһең, етмәһә, теге ҡатынды ла өҫтәп ебәргәнһең. Дөрөҫмө?
Рушан өндәшмәне.
Ул арала булмай, такси килеп етте, Ләйсән сыҡты һәм ике машина бер-бер артлы шәхси клиникаға йүнәлде. Рушан – алдан, уртанан – Ләйсән, уның артынан Рифат поликлиникаға керҙеләр. Табип уларҙы көтөп торған икән. Ун минут та үтмәне, Ләйсән илап килеп сыҡты:
– Табип миңә аборт яһарға ҡуша.
– Юҡ, ниндәй аборт? Беҙ риза түгел, – тине Рифат.
Шәфҡәт туташы килеп сыҡты.
– Һеҙҙең өсөн түләнгән, ваҡыты билдәләнгән, һеҙгә тағы нимә кәрәк? Әле һуңғы көндәр, оҙаҡламай, төшөртөүе бик ауыр буласаҡ. Уйлағыҙ. Һеҙҙең ваҡыт сығып бара.
– Сыҡһын, беҙҙе был мәсьәлә ҡыҙыҡһындырмай, – тине Рифат ҡыҙҙың курткаһын кейҙереп. –
Һеҙ дөрөҫ аңламағанһығыҙ. Ләйсән иҫәпкә баҫырға ғына килгәйне.
– Бына, ҡултамғағыҙҙы ҡуйығыҙ, баш тартабыҙ, тип... Юғиһә, аҡсаһын һорап йөрөйәсәктәр.
– Ҡайҙа ҡултамға ҡуйырға? Борсолмағыҙ, һорамаясаҡтар.
– Рифат менән Ләйсән ныҡ-ныҡ баҫып, урамға сыҡтылар һәм таксиға ултырып, ҡайҙалыр ҡуҙғалдылар. Уларҙың артынан ҡабаланып сыҡҡан Рушан тороп ҡалды һәм таксиҙы юғалтты.
Шул ваҡыт ҡала өҫтөн ҡатлы-ҡатлы ҡара болоттар ҡаплап алды, ҡойон күтәрелде һәм бер аҙҙан ямғыр ҡоя башланы. Ҡойма ямғыр ваҡыты-ваҡыты менән боҙға әйләнде, аҙаҡ тағы ямғыр ҡойорға тотондо. Урамдарҙа машиналар йөрөй алмай туҡтап ҡалдылар. Ошо ҡойма ямғыр Ләйсән менән Рифаттың балаһының ғүмерен ҡотҡарҙы да инде. Рушан ярҙамға тағы кешеләр саҡырғайны, улар килеп еткәнсе, юлдарҙы һыу баҫты, ә ҡыҙ менән егет эҙһеҙ юғалды.
Рушан тиҙ генә адвокатҡа шылтыратты. Кәбиров Әнүәр Нәғимовты эҙләп ҡараны, ләкин, ямғыр ҡойоу сәбәпле, бәйләнеш юҡлығы билдәле булды.
Ҡыҙ менән егет Үҙәк баҙар эргәһенә барып, ике тәүлеккә фатирға урынлаштылар һәм тамаҡ ялғап алғас, арып, йоҡларға яттылар.
Иртән таң менән Рифат нимәлер һиҙенеп уянды. Ул арала булмай, ишек шаҡынылар. Егет аҡрын ғына сығып урамға ҡарағайны, йығылып китә яҙҙы. Аҫта Рушандың “Тойота”һы тора ине. Улар ҡайҙан тапты икән һуң, берәү ҙә күрмәне лә инде? Шул ваҡыт көсө бөтөп барған телефоны тауыш биреп ҡуйҙы. Аңлашылды. Тимәк, телефон аша сыҡҡандар. Ул арала булмай, машина эргәһендә бер полицейский күренде һәм үткән-һүткәндән нимәлер һораша башланы. Егет үҙҙәренең ҡапҡанға эләгеүҙәрен аңланы. Ҡотолоу юлын нисек табырға? Балкон аша булмай, өҫкә юл юҡ. Аҫта өс кеше көтөп тора. Килеп, ишекте шаҡынылар, ҡыңғырауға баҫып ҡаранылар. Тимәк, ҡайҙа икәнлеген беләләр. Рифат бер шифоньерҙы асҡайны, тау булып өйөлөп, юрған япмалары ята. Икенсе ҡаттан төшкәнсе нисә япма кәрәк? Өсәр метрҙан һалһаҡ, алты метр, тимәк, 5-6 кәрәк буласаҡ. Ныҡлап бәйләйем тиһәң... Ишек шаҡыйҙар, машина подъезд алдында һаман тора, егет ҡабалана-ҡабалана түшәк япмаларын тоташтыра башланы. Иң ныҡтарын ғына ҡарап алды. Шул тиклем һуғыуға Ләйсән дә уянды.
– Нимә булды, – тип аптыранды.
– Рушан килде бит!
– Рушан ағай-? Ул нисек тапҡан?
Рифат телефонға күрһәтте.
Экрандың мөйөшөндә бәләкәй генә йәшел ут яна ине.
– Хәҙер ни эшләйбеҙ? Атайыма шылтыратайыммы? Әгәр килеп етеп ҡуйһа...
– Белмәйем, – тине ҡыҙ.
– Ана, “баҫҡыс” яһайым, хәҙер ҡасабыҙ.
– Ой, ҡайһылай ҡыҙыҡ буласаҡ!
Бик ныҡ шаҡығастар, Рифат ишеккә килде:
– Кем бар унда?
– Егет, ас! Һин ҡапҡанға эләктең!
– Ә, Рушан ағай, сәләм, сәләм. Ул тиклем шаҡымағыҙ әле. Ләйсән асыулана, уятаһығыҙ, ти.
Шаҡыу шунда уҡ тынды.
Ҡасан сығаһығыҙ, – тине Рушан.
– Хәҙер, саҡ ҡына йоҡлап алабыҙ, һуңынан ашайбыҙ, берәр сәғәттән, сәғәт ярымдан...
– Ярай, һөйләштек, – тине Рушан. – Мин һеҙҙе 12-лә менеп алам.
– Ун икелә? Әйҙә, ун ике лә ун биштә.
– Һөйләштек.
Ул арала булмай, Рифаттың атаһы шылтыратты.
– Улым, һин нимә эшләйһең? Ас ишекте! Ас ишекте! Атайыңды харап итәһең бит!
– Мин һине һаман аңламайым, атай. Һин кемдән ҡурҡаһың?
– Мин ҡурҡмайым, улым, һине уйлайым. Төшөгөҙ! Рушан ағайың менән больницаға барығыҙ! Батыр Ғарифович шулай талап итә.
– Батыр Ғарифович?
– Тимәк, атай, һеҙ бергә һөйләшкәнһегеҙ. Икәүләшеп, тыумаған ейәнегеҙҙеме, ейәнсәрегеҙҙеме юҡ итергә булдығыҙмы? Быны нисек аңларға?
– Һин, маңҡа малай, нимә мине тәрбиәләйһең? – Рифаттың атаһы ҡыҙа башаны. – Хәҙер... Төш! Повестканы ал! Армияға китәһең!
– Ә мин армияға барыуҙан баш тартмайым. Минең хоҡуҡтарым боҙолорға тейеш түгел. Тыуасаҡ сабыйымдың хәүефһеҙеге тәьмин ителмәйенсә, мин Ватанымды һаҡларға бара алмайым, – тин ныҡышты Рифат.
– Ой, ой, ниндәй яңғырауыҡлы һүҙҙәр, тип үҫекләне атаһы. Тыумаған сабыйым, имеш.
– Шулай, атай, мин сабый өсөн үҙемде аяп томаясаҡмын! Теләһә кемгә ҡаршы сығырға әҙермен!
Рифат сәғәтенә ҡараны. Ярты сәғәт ваҡыт ҡалды. Ул балконға сығып, япмаларҙан яһалған арҡандың бер башын ныҡ итеп бәйләне лә, ҡалғанын аҫҡа ырғытты.
– Оһо, тура килеп тора! – тип ҡыуанды Ләйсән.
Йәштәрҙең бәхетенә, ул яҡта кеше юҡ ине. Ҡыҙ менән егет тиҙ генә төштөләр ҙә, эргәләге йортто урап сыҡтылар һәм баҙар эсенә кереп юғалдылар. Тиҙерәк, тиҙерәк, анауында – таксиҙар туҡталышы.
Ярты сәғәттән Рушан водителде һәм полицейскийҙы эйәртеп менһә, ишек асыҡ, ә зал уртаһындағы өҫтәлдә ҡағыҙ ята ине. “Рәхмәт, Рушан ағай, беҙ ашаныҡ, йоҡлап туйҙыҡ”, – тип яҙылғайны. Рушан һүгенә-һүгенә телефонын ҡараны. Күренер-күренмәҫ йәшел нөктә Аксаков исемендәге урамдан китеп бара ине.
Рифат менән Ләйсән бер таксиҙы туҡтаттылар ҙа, икенсе таксиға күсеп ултырҙылар.
– Ә минең телефон ҡайҙа? Телефон ҡалған бит! – Ләйсән аптырап һораны.
– Ҡалһын, мин уны махсус ҡалдырҙым, – тине Рифат.
– Ни өсөн? Ул бит утыҙ меңлек...
– Эйе, утыҙ мең. Ә беләһеңме, һөйөклөм, беҙҙең сабыйҙаң ғүмере баһалап бөткөһөҙ. Улар бит беҙҙе ошо телефон аша эҙләп йөрөй.
Сиратағы такси уларҙы аэропортҡа килтерҙе. Бында килгәс, ҡыҙ менән егет тағы такси алып, Ҡырмыҫҡалы яғына ҡуҙғалды.
Рифат ашарға аҙыҡ-түлек, эсергә һыу алды. Егет менән ҡыҙ урталағы бер баҡса йортона кереп, урынлашып, йоҡларға яттылар. Улар икеһе лә иртәгә нимә булырын күҙ алдына ла килтерә алмай ине.
– Ҡайҙа барайыҡ? – тине Рифат ҡыҙҙы ҡосаҡлап. – Беҙгә хәҙер бер аҙна күренмәҫкә кәрәк. Ошо бер аҙна эсендә барлыҡ сроктар сығырға тейеш. Сабыйҙың ғүмерен беҙ шул юл менән генә ҡотҡара алабыҙ.
– Һин ҡайһылай аҡыллы! – тине ҡыҙ ойоп барған ыңғайы. – Ә мин был хаҡта уйламағайным да.
– Йоҡламай тор, Ләйсән, – тине Рифат уны саҡ ҡына һелкетеп. – Ҡайҙа барабыҙ?
– Әйҙә, атайымдың районына барайыҡ, – тине Ләйсән йоҡлап барған ыңғайға.
– Ниндәй район?
– Әллә Балаҡатай, әллә Ҡыйғы...
– Ниндәй ауыл?
– Элек белә инем, хәҙер оноттом.
– Унда кем бар?
– Олатай менән өләсәй бар ине...
– Олатай менән өләсәй? Борсолма, табабыҙ, – тине Рифат. – Районға барабыҙ ҙа, һорайбыҙ: Мусиндар ҡайһы ауылдан? – тип. Табып бирәсәктәр, ауылын да, Мусиндарҙы ла.
– Әйттем бит, һин шул тиклем аҡыллыһың, ҡәҙерлем! Батырым, бөркөтөм, тине ҡыҙ һәм йоҡлап китте.
Дауамы: Бишенсе бүлек.
Алдағы бүлектәр:
Беренсе бүлек
Икенсе бүлек
Өсөнсө бүлек
"Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Беҙҙең проекттар:
"Һеҙ бергә уҡынығыҙ..."
"Атай, әсәйемде айырмаһаң, өйгә ҡайтмайым!.."
ТӨНДӘЛЕКТӘР... УҪАЛ ҒАФФАР.
Читайте нас: